Visitar URL original
Википедия
Эстәлеккә күсергә

Баш бит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
300-ләп телдәге ирекле интернет энциклопедияның
башҡортса бүлегендә 64 317 мәҡәлә бар.

Уны төҙөүҙә һәр кем ҡатнаша ала.
Һеҙҙе лә берҙәм ирекмәндәр ғаиләһенә саҡырабыҙ!
Welcome to the Embassy! * Добро пожаловать в Посольство!
Порталдар

Башҡортостан
Башҡортостан шәхестәре
Башҡортостан ауылдары

Фән
География
Тарих

Техника
Йәмғиәт
Ислам


Яңы портал: Башҡорт әҙәбиәте

Әүҙем порталдар: Башҡорт әҙәбиәте, Бөрйән, Салауат, Нуриман райондары

Көн рәсеме

Нәдир-шаһ Афшар, шулай уҡ Нәдир-ҡули хан, уларҙың вәкилдәре XV быуатта ҡыҙылбаштар ҡәбиләһе менән берләшеп, Хорасанға үзбәк һөжүмдәрен кире ҡағып торорға Сәфәүиҙәр ебәргән булған. Нәдир Шаһтың яулап алыу һуғыштары нигеҙендә ҙур империя барлыҡҡа килгән, унда Иран менән Әзербайжандан тыш провинция йәки вассал сифатында Әрмәнстан, Грузия, өлөшләтә Дағстан, Афғанстан, Белуджистан, Хиуа һәм Бохара ханлығы ингән. 1737—1738 йй. Нәдир шаһ Төньяҡ Һиндостанға йүнәлә һәм 1739 йылда Делиҙы  — Бөйөк моголдар империяһының баш ҡалаһын баҫып ала, әйткәндәй, ул да төрки дәүләт була.

Нәдир шаһ үҫкәндә Исламдың шиғыйҙар фирҡәһе йүнәлешендә тәрбиәләнгән, артабан дингә битараф ҡалған. Ил башына килгәс, ул дәүләт дине булараҡ шиғыйлыҡтан баш тарта һәм бик еңеләйтеп уның яңы формаһын индерә. Имам итеп алтынсы Джафар әс-Садиҡ ҡуйылырға тейеш була. Сәфәүиҙәр кеүек үк, Нәдир шаһ төрки әҙәбиәткә өҫтөнлөк бирә. Уның исеме — نادر (nādir) — ғәрәпсәнән «һирәк осрар», «үҙе бер башҡа» тип тәржемә ителә.

Нәдир-ҡули Абиверде ҡалаһында, Ашхабадтан 100 саҡрым самаһы ерҙә донъяға килә. Каахкин районының Хиваабат тигән урынында әле лә боронғо Нәдир ҡәлғәһе һаҡлана. Риүәйәттәр бәйән итеүенсә, уға балсыҡ менән ҡом Хиуанан килтерелгән, буласаҡ шаһ шунда әсирлектә булған икән. Тотҡондан ҡайтҡас, ул хаким Бабахан ҡыҙына өйләнә.

Атаһы төрки, афшар ҡәбиләһенең ҡырҡлы араһынан, уларҙы Хорасанға үзбәк яуын ҡайтарып торорға ебәргән булалар. Нәдир үҙе 1734 осман вәзире Хакимзадәгә ике хат ебәрә (береһе төрки, береһе фарсы телендә), ул османдар менән төркмәндәр бер сығышлы, килешеп йәшәйек, тип яҙа. Могол хакимы Мөхәммәд Шаһҡа ла халҡы туркоман сығышлы, тимәк Могол һәм Афшар халҡы Аҡһаҡ Тимер затынан булып, бер тамырға барып тоташа, тип хәбәр ебәрә.

↪ дауамы…

Шуларҙы беләһегеҙме?

Яңы мәҡәлә

Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс

Бөгөн: 9 ноябрь ♦ Кисәге: 8 ноябрь ♦ Иртәгә: 10 ноябрь ♦ Барлыҡ көндәр ♦

Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар

Халыҡ-ара
Милли
Һөнәри

9 ноябрь юбилярҙары

Максимилиан I (22 март 1459 йыл, Нойштадт — 12 ғинуар 1519 йыл, Вельс) — 1486 йылдың 16 февраленән Германия короле, 1508 йылдың 4 февраленән — Изге Рим империяһы императоры, 1493 йылдың 19 авгусынан — Австрия эрцгерцогы. Германия һәм Австрия дәүләт системаларының реформаторы һәм күп милләтле Европаның яртыһына ғына түгел, диңгеҙ аръяғы колонияларына тиклем йәйелгән Габсбургтар дәүләте архитекторҙарының береһе.

Максимилиан I Австрия эрцгерцогы һәм Изге Рим империяһы императоры Фридрих III һәм Португалия короле Дуарте ҡыҙы Элеонора Португальскаяның икенсе улы<ref>Максимилианды өлкән ағаһы Кристоф, сабый саҡта үлә. 25 мартта ул Нойштадттағы Изге Георгий сиркәүендә суҡындырыла, уның крестный атаһы император Фридрихтың ышанысы менән файҙаланған воевода Николас Уйлаки була. Бала саҡта әсәһе уға ҙур йоғонто яһай, холҡо менән дә ул әсәһенә оҡшай. Әсәһенең иртә үлеүен (1467 йылда) Максимилиан бик ауыр кисергәне билдәле.

Уның Кристоф ағаһы сабый саҡта вафат була, һәм Максимилианды бик бәләкәйҙән үк атаһының вариҫы булараҡ әҙерләй башлайҙар. Башта Максимилианды тәрбиәләү менән әсәһе шөғөлләнә, әммә һуңыраҡ Фридрих, улы үтә иркә булып үҫә тип, уны, әсәһенән алып, тәрбиәсе итеп тәғәйенләнгән священник Петер Энгельбрехтҡа бирә. ↪ д а у а м ы…